Юстиция буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, тантаналы сараға 10 кешенән күберәк ҡунаҡ саҡырыу тыйыла. Улар дистанция һаҡларға һәм битлектә булырға тейеш. Быға тиклем ЗАГС-тарға 5 кеше индерергә рөхсәт ителә ине. 29 ғинуарҙан республикала коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр йомшартылды.