Ямантауҙа юғалған 3 ир-егет табылған

112 ҡотҡарыусылар телефонына юғалыусылар менән бәйләнешкә сығып булмау  тураһында мәғлүмәт килеп төшә. Асыҡланыуынса, ирҙәр 2 ҡаргиҙәрҙә юлға сыҡҡан. Уларҙың береһе ватылғас, сәйәхәтселәр һунарсы йортонда туҡталырға мәжбүр була. Ҡотҡарыусылар уларҙы төнөн таба, медицина ярҙамы талап ителмәгән.