Уның етәксеһе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма Үтәшева белдереүенсә, уҙған аҙнала халыҡтан 2 мең 700-гә яҡын шылтыратыу ҡабул ителгән. Коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатыу төп һорауҙарҙың береһе. Прививка тураһында бигерәк тә өлкән йәштәгеләр ҡыҙыҡһына. Амбулатор ярҙам, ковидҡа тапшырылған тест һөҙөмтәләрен алыу хәҙер икенсе урында, тине Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәләге сығышында Римма Үтәшева. Шулай уҡ туристарҙан һорауҙар ҡабул ителә. Үҙәк көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй. Бәйләнеш телефоны: 8(347)-218-19-19. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул 2020 йылдың ноябрендә “Торатау” конгресс-холында асылды.