18 йәшкә тиклемге хоккейсылар араһында уйындар Түбәнге Новгород ҡалаһында үтте. Унда 9 команда ҡатнашты. Башҡортостан вәкилдәре 8 осрашыуҙа 6 еңеү яуланы, тип хәбәр итә "Салауат Юлаев" клубының матбуғат хеҙмәте.