Республика башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, 112 йортта 306 подъезды тәртипкә килтереү планлаштырылған. Торлаҡ хужалары менән йыйылыштар уҙғарылған, ремонт буйынса проекттар раҫланған. Ике йыл эсендә 2 меңдән ашыу йортта 6 мең 200-гә яҡын подъезд ремонтланды тине Радий Хәбиров.