Бөгөн баш ҡаланың Октябрь һәм Совет райондарында күп фатирлы 32 йорт һәм бер нисә социаль ойошма йылыһыҙ тороп ҡала. Өфө хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йылылыҡ биреү торбаһы шартлаған. Ваҡиға урынында баш ҡала мэры Сергей Греков булды. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы эшләмәне. Уҡыусылар ситтән тороп белем алды, һыуыҡ өйҙәрендә ҡалған халыҡ өсөн йылытыу урындары ойошторолдо. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте белгесе Диана Фәйзуллина һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт