Билдәле гроссмейстер Сергей Карякин Ғафури районында йәштәргә оҫталыҡ дәресе бирҙе

Шахмат буйынса донъя кубогы эйәһе ошо көндәрҙә “Красноусол” шифаханаһында ярышҡа әҙерләнә. Бында шахматсы бер юлы 20 кеше менән уйын үткәрҙе.Улар араһында балалар спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре һәм ауыл халҡы булды. Сергей Карякин шахмат уйнау серҙәре менән уртаҡлашты һәм республика тәбиғәте менән һоҡланыуын белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

         Быйыл сентябрҙә Башҡортостанда шахмат буйынса Рәсәй чемпионаты суперфиналы үтә.