Республикала рөхсәтһеҙ пассажир ташыусылар менән көрәш уңышлы бара

Был турала бөгөн Транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көнбайыш-Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Сергей Мережко белдерҙе. Былтыр ведомство хеҙмәткәрҙәре 200-ҙән ашыу рейд үткәргән,  лицензияһыҙ эшләгән 25 водитель асыҡланған, 136 автобус һәм еңел машина тартып алынған.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Былтыр инспекторҙар 2 мең 500 йөк машинаһын да тикшергән. Уларҙың 100-ҙән ашыуына арест һалынған. Сергей Мережко дауам итә.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров транспорт өлкәһен күҙәтеү хеҙмәтенең эшен юғары баһалана, белгестәргә рәхмәт белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көнбайыш-Урал төбәк-ара идаралығы Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе, Пермь крайы һәм Байконур ҡалаһындағы транспорт тармағын контролдә тота.