Алдараҡ хәбәр ителеүенсә, ремонт эштәре ваҡытына Октябрь һәм Совет райондарының Комсомол, Бәләкәй Тихорецкая урамдары һәм Октябрь проспектындағы йорттарға йылы биреү туҡтатылып торғайны. Ошо биләмәләргә ҡараған 6-сы балалар баҡсаһы менән 89-сы белем үҙәге лә ваҡытлыса ябылырға мәжбүр булды.
Эшләүсе ата-әсәләрҙең балалары яҡын тирәләге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына бүленде, уҡыусылар дистанцион уҡыуға күсерелде. Ремонт эштәрен бөгөн кис тамамлау планлаштырыла ине. Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотников хәбәр итеүенсә, әлеге мәлгә йылылыҡ магистралендәге етешһеҙлек бөтөрөлгән, 2-3 сәғәт эсендә йорттарға йылы биреү тулыһыса тергеҙеләсәк.
Гөлдәриә Йосопова.