Ямантауҙа юғалған өс ир иҫән килеш табылған

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ҡаргиҙәрҙә тауға сыҡҡан туристарҙың кире ҡайтмауы тураһында хәбәр 112 системаһына ҡабул ителә. Уларҙы эҙләүгә ҡотҡарыусылар, полиция хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителә.

Бәхеткә, улар иҫән килеш, һунарсы өйөндә табылған. Асыҡланыуынса, сәфәр барышында ҡаргиҙәрҙәрҙең береһе ватылған. Туристар уны йүнәтер өсөн урманда йоҡларға ҡалған булған.