Уҙған тәүлектә төбәктә яңы инфекцияға бәйле 4 үлем осрағы теркәлгән. Тәүлек эсендә коронавирус диагнозы тағы ла 163 кешегә ҡуйылып, пандемия башланған осорҙан сирләүселәр 25 мең 566-ға етте.
Бөгөнгә стационарҙарҙа 303 кеше дауалана, ауыр хәлдәге 40 пациенттың 17-һе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 5 687 кеше дауаланыу курсын амбулатор шарттарҙа үтә. Бер көн эсендә дауаханаларҙан 54 кеше һауығып сыҡҡан.
Гөлдәриә Йосопова.