Силәбе өлкәһе Сюрюсинск урта мәктәбендә Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге класс барлыҡҡа килә

Силәбе өлкәһе Сюрюсинск урта мәктәбендә Кәтибә Кинйәбулатова исемендәге класс барлыҡҡа килә.  Шағирә был мәктәптә уҡытыусы булып эшләгән. Силәбе һәм Ҡурған өлкәләре башҡорт теле һәм әҙәбиәте ассоциацияһы етәксеһе  Ҡамса Мортазин әйтеүенсә, был урындағы мәктәп уҡыусыларына туған телдәрен үҙләштереүгә  булышлыҡ итә. Башҡортостандан был маҡсатта методик ҡулланмалар  һәм әҙәбиәт өлкәһендә ҙур ярҙам күрһәтелә.