Был турала Новосибирск дәүләт университетының биотехнологиялар һәм вирусология лабораторияһы мөдире Сергей Нетесов белдергән. Белгес фекеренсә, ауырыу илгә вирустың яңы штамдары үтеп ингән осраҡта көсәйеүе мөмкин. Февраль һәм март айҙарында сир күрһәткестәре кәмей. Әммә коронавирустың Британия, Көньяҡ Африка йәки Бразилия төрҙәре Рәсәйгә күсеп, пандемияның өсөнсө тулҡыны башланыуы фаразлана. Инфекционист билдәләүенсә, илдә халыҡты вакциналау әүҙемләшһә, коллектив иммунитет барлыҡҡа килергә тейеш. Шуға ла хафаланырға урын юҡ, бары тик һаҡланыу сараларын күреү шарт.