Бөгөнгә ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән хужалыҡтарында 73 мең тонна һөт һауылған. Былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 5 мең тоннаға күберәк, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан.