Башҡортостан спортсылары грек-рим көрәше буйынса ярышта көсөн һынаны

Яр-Саллы ҡалаһында үткән Волга буйы федераль округы беренселегендә көрәшселәр 2 алтын, 3 көмөш, 3 бронза миҙал яуланы. Бәйгелә Саид-Хуссейн Бакаев һәм Алдан Амриев 1-се урын алды. Улар грек-рим көрәше буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғын алды.