Был йыйын 12-14 февралдә Салауат ҡалаһында була, ул Республика башлығы грантына ойошторола. Спорт байрамында республика махсус коррекция мәктәп-интернеттарынан 100 уҡыусы, шулай уҡ волонтерҙар һәм профессиональ тренерҙар ҡатнаша. Мөмкинлеге сикле балаларҙы спортҡа ылыҡтырыу маҡсаты ҡуйыла.