2019 йылдың июленән уның менән юл өсөн 38 миллион тапҡыр түләгәндәр. Пассажирҙар 48 миллион һум аҡсаһын экономиялаған. Аҙна һайын халыҡ 5 мең яңы карта ала, әле 800 мең "Алға" картаһы бирелгән. Был турала бөгөн "Транспорт сәғәте" кәңәшмәһендә белдерелде. "Алға" картаһына ихтыяж бар, тимәк дөрөҫ йүнәлештә эшләйбеҙ, тине Республика башлығы Радий Хәбиров.