Халыҡҡа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн контракт төҙөлдө. Вертолеттар Өфө аэропортында урынлаша. Башҡортостанда 2025 йылға тиклем санитар авиацияны ҡабул итеү өсөн 14 майҙансыҡ булдырыу планлаштырыла. Уларҙың алтыһы Өфөлә була. Шулай уҡ Асҡын, Мәсәғүт ауылдары, Баймаҡ, Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары вертолеттарҙы ҡабул итәсәк.