Радий Хәбиров “КАМАЗ” ойошмаһы генераль директоры Сергей Когогин менән осрашты

Унда автоконцерндың Нефтекама һәм Туймазыла урынлашҡан ойошмалары эшмәкәрлеге ҡаралды. “КАМАЗ” республикала эшләгән предприятиеларҙа ҙур инвестиция проекттары тормошҡа ашыра. “НЕФАЗ” ойошмаһында автобус сығарыу мөмкинлектәре киңәйтелгән, ә Туймазы автобетоновоз заводында тағылма һәм ҙур һыйҙырышлы техника етештереү ҡарала.