Башҡортостанда ОРВИ эпидемияһы башланған

Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 24 мең ярым кеше һыуыҡ тейҙереп табиптарға мөрәжәғәт иткән. Эпидемиологик күрһәткес 21 проценттан артҡан. Бынан тыш, төбәктә грипп менән сирләгәндәр ҙә теркәлгән.