Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иҡтисадҡа ярҙам буйынса өҫтәмә саралар планын раҫланы. Бының өсөн 9 миллиард 700 миллион һум бүленә. Аҡсаның ҙур өлөшө заманса ҡала мөхите булдырыу, биләмәләрҙе матурлау, йорттарҙы капиталь ремонтлау өсөн тәғәйенләнә. Ауыл хужалығына 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Сумманың яртыһы техника һәм ҡорамалдар алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплау өсөн тотонола. Инвестиция эшмәкәрлегенә шулай уҡ 2 миллиард һумдан ашыу ярҙам ҡаралған. Эшҡыуарҙарға 259 миллион һум, сауҙа өсөн 285 миллион һум бүленә. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, тәүге ике ярҙам сараһы көрсөккә ҡаршы план булһа, өсөнсө пакет иҡтисадты үҫтереү өсөн йүнәлтелгән.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБылтыр республикала бизнесҡа 30 миллиард һум дәүләт ярҙамы бирелде. Беренсе пакет буйынса – 58, икенсеһендә – 37 ярҙам сараһы ҡаралғайны. Уны 59 мең самаһы предприятие алды.