Радий Хәбиров илдә төбәк башлыҡтары рейтингында 4-се урынға ҡуйылды

“Медиалогия” компанияһы ғинуар айы буйынса исемлек әҙерләгән. Башҡортостан Башлығы Волга буйы федераль округында рейтингта беренселә килә. Эксперттар Радий Хәбировтың коронавирус инфекцияһы менән көрәш буйынса күрелгән сараларҙы ыңғай баһалаған.