«Транспорт сәғәте»ндә республика биләмәләрендә йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеге тикшерелде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән «Транспорт сәғәте»ндә республика биләмәләрендә йәмәғәт транспорты эшмәкәрлеге тикшерелде.

Төбәк башлығы иғтибарына пассажир ташыуҙарын үҫтереү юл картаһы тәҡдим ителде. Ул маршрут селтәрен пассажирҙар ағымын иҫәпкә алып яңыртыу, автобустар паркын тулыландырыу, шулай уҡ «Алға» берҙәм транспорт картаһы проекты сиктәрендә яңы һанлы сервистар үҙләштереүҙе күҙ уңында тота.

Үҙенсәлекле проект тормошҡа ашырыла башлау менән республикала йәшәүселәр 38 миллион тапҡыр карта менән иҫәпләшкән. «Бәхетле сәғәт» ваҡытына тура килгән 2 миллион ярым осраҡта юл йөрөү бушлай атҡарылған. Шулай итеп пассажирҙар 48 миллион һум аҡса экономиялаған. Башҡортостан социаль карталар регистры белгестәре «Алға»ның функцияларын артабан да киңәйтә. Пилот режимында кибеттәрҙә һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә ташламалар индереү ҡарала. Смартфондар өсөн «Алға» мобиль ҡушымталары булдырылған. 

Быйыл Өфө ҡала маршруттарында урта класлы 120 яңы автобус барлыҡҡа киләсәк. Уларҙың тәүге партияһы апрелдә килә. Бынан тыш, «Башавтотранс» йәмғиәте «НЕФАз» автобустарын газ яғыулығына күсереүҙе дауам итәсәк. Әле предприятиела 269 автобусҡа газ двигателе ҡуйылған. 1 июлгә баш ҡала урамдарына тағы ла 458 яңыртылған автобус сығасаҡ.

Гөлдәриә Йосопова.