Өфөлә эскән килеш рулгә ултырып, үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе булған ғәйепләнеүсене хөкөмгә тарттырыу буйынса бөгөн тәүге суд ултырышы үтте. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, август айында баш ҡаланың Сочи урамында теркәлгән күләмле аварияла өс кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Сфетофорҙы ҡыҙыл утҡа үтеп Ватан автомобиленең өҫтөнә барып менгән иномарка водителенә бөтә статьяларҙы иҫәпкә алған осраҡта 15 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.
39-йәшлек Эдуард Ғәйнанов эскән килеш юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоп ике һәм унан да күберәк кеше үлеменә сәбәпсе булыуҙа, ваҡиға урынын ташлап ҡасыуҙа ғәйепләнә. Ир ғәйебен өлөшләтә таныны.
Журналистар һорауына яуап биреүҙән баш тартты. Авариянан һуң ул бөгөн судта фажиғәлә һәләк булыусыларҙың береһенең әсәһе менән тәүге тапҡыр осрашты.
Айгул Хатыпова.