Өфөлә «Хәүефһеҙлек лигаһы» ирекмән-эҙәрмәндәренең күнекмәләре үтте

Your browser doesn't support HTML5 video.

Калинин исемендәге паркта ирекмәндәр урманда үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре, компасҡа ҡарап йүнәлеш билдәләү оҫталығын шымартты. Юғалыусыларҙы эҙләргә өйрәнде. Лиза Алерт ойошмаһы ағзалары бай тәжрибәһе менән бүлеште.

Ҡотҡарыусылар тәүге медицина һәм психология ярҙамы күрһәтеү алымдарына төшөндөрҙө. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ҡышҡы осорҙа ҡаранғы тиҙ төшә, шуға ла урман ҡыҙҙырырға яратыусылар йыш ҡына аҙаша. Күнекмәләрҙе уңышлы үткән ирекмәндәр йылы сәй менән һыйланды.

Рафиҡ Әхмәтшин.