Бөтә донъя Хәүефһеҙ интернет көнө айҡанлы суд приставтары бурыстар буйынса акция уҙғарҙы.
Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы бурыстарға арналған акцияларҙы даими ойоштора. Был сараның төп маҡсаты йәмәғәтселектең хоҡуҡи һәм финанс грамоталалығын күтәреү.
Идаралыҡта ошо маҡсатта граждандарға мәғлүмәт биреү үҙәге лә эшләп килә. Уның ярҙамында интернет аша ғына бар мәғлүмәттәрҙе белергә мөмкин. Шулай уҡ консультацияны 8 (347) 272 16 46 телефон номерына шылтыратып алырға ла була.
Рәмзиә Кәримова.