1957 йылда төҙөлгән бинаға күптән капиталь ремонт үткәрелмәгән. Төҙөлөш эштәре һәм йыһаздарҙы яңыртыуға 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Балалар баҡсаһын асыу тантанаһында БСТ каналының ижади төркөмө лә ҡатнашты.
Ермолаев ауылындағы «Тирәккәй» балалар баҡсаһы ишектәрен асты. Мәктәпкәсә учреждениеның 4 төркөмөндә йәш ярымдан, 7 йәшкәсә кескәйҙәр тәрбиәләнә. Ата-әсәләрҙең шатлығы сикһеҙ. Улар менән бергә төҙөкләндереү эштәре тамамланыуға тәрбиәселәр ҡыуана. Гөлдәр Рахманғолованың эш стажы 19 йыл. Хәҙер ул баҡсаға йөрөүсе ейәнсәрен дә тәрбиәләй.
Ермолаев ауылында 4 балалар баҡсаһы эшләп килә. Әммә «Тирәккәй»гә халыҡ йылыраҡ ҡарашта. Ул ауылдағы тәүге балалар баҡсаһы. Бай тарихлы мәктәпкәсә учреждениеға бәйле йылы хәтирәләр күптәрҙең күңелен түрендә һаҡлана.
64 йыл дауамында баҡса бинаһы капиталь ремонт күрмәгән. Төҙөкләндереү эштәрен нигеҙле итеп башҡарыу маҡсатында «Демография» милли проекты сиктәрендә 13 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Төҙөкләндереү эштәре 2 ай эсендә тамамланған. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бина туклыһынса заман талаптары буйынса яңыртылған. Йылытыу, һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары алмаштырылған. Йылы иҙән түшәлгән.
Төҙөкләндерелгәндән һуң тарихи балалар баҡсаһы йөҙҙән ашыу тәрбиәләнеүсеһен ҡабул итте. Иркен, яҡты һәм йылы бүлмәләр балаларҙың шат тауышына күмелде.
Рафиҡ Әхмәтшин.