2015 йылда янғында зыян күргән Сибай филармонияһы яңыра

Your browser doesn't support HTML5 video.

Төҙөүселәр бинаның тышҡы йөҙөн тергеҙҙе. Әле эске биҙәкләү башланған. Төҙөкләндереү эштәре барышын баһалау маҡсатында Сибайға эш сәфәре менән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова барҙы.

Ноябрь аҙағында объектты әлегә тиклем билдәләнгән сафҡа индереү ваҡыты күсерелгәйне. Эштең тотҡарланыуы сметала күрһәтелгән хаҡтарҙың үҙгәреүенә бәйле. Өҫтәмә финанслау мәсьәләләре ҡайтанан проект экспертизаһы үткәрелгәндән һуң тиҙ арала хәл ителергә тейеш. Шуға ла мәҙәниәт министры объектта эштәр барышын һүлпәнәйтеүгә сәбәп юҡ тигән ҡарашта.