Республика халҡы коронавирус инфекцияһына тест һөҙөмтәләрен смс-хәбәр ярҙамында ала

Бөгөнгә 500 меңдән ашыу смс хәбәр алған. Был алым “Сәләмәтлек” милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла. Сиргә тест тапшырғанда пациенттың телефон һандары яҙып алына. Анализ  ыңғай булған осраҡта смс-хәбәрҙә артабан башҡарылырға тейешле аҙымдар күрһәтелә, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.