Документ проекты республика хөкүмәтендә үткән ултырышта ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров әйтеүенсә, туристика өлкәһендә Башҡортостандың мөмкинлектәре ҙур. Глэмпингтар булдырыу был йүнәлеште үҫтереү, сит илдәрҙән яңы туристар йәлеп итеүгә булышлыҡ итә. Инвесторҙар ҙа билдәләнгән. Уларға дәүләттән ярҙам саралары биреү планлаштырыла. Глэмпинг тип тәбиғәттә коммуникациялары булдырылған уңайлы торлаҡ модулдәр һанала.