Федераль бюджеттан йәлеп ителгән аҡса тулыһынса тотонолорға тейеш

турала хөкүмәт ултырышында премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. 2020 йылда Башҡортостанға федераль үҙәктән 96 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителгән. Был 2019 йылдағынан 46 процентҡа күберәк. Быйыл иһә федераль бюджеттан 127 миллиард алыу планлаштырыла. Йәлеп ителгән аҡсаны тотонмай ҡалырға ярамай, тулыһынса үҙләштерергә  кәрәк, тине хөкүмәт рәйесе.