Белорет районындағы был биләмәне туристик маршрутҡа индерергә тәҡдим ителде. Район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта шундай башланғыс менән сыҡты. Ирәктәшта урман ҡырҡыуҙары тураһында туристар хәбәр итте. Йәмәғәтселек быға ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Был мәсьәлә Республика парламентында ла күтәрелде, хәлде ентекле тикшереү тураһында ҡарар ҡабул ителде.