"Ағиҙел" командаһы бөгөн Свердловск өлкәһенә юлланды

Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында даими беренселектә урындағы команда менән ике уйын ҡаралған. Улар иртәгә һәм 12 февралдә була. "Ағиҙел" әле турнир теҙмәһендә икенсе урында килә.