Быйыл Башҡортостанға социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам өсөн федераль ҡаҙнанан 130 миллион һум бүленә

Был йүнәлештә эш алып барыусы эшҡыуарҙарға проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн 500 мең һумға тиклем грант бирелә. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы исемлегендә әле 200-ҙән ашыу ойошма теркәлгән. Социаль хеҙмәтләндереү бизнесын үҫтерергә тейешбеҙ, республикала 6 мең кешегә даими ярҙам кәрәк, тип белдерҙе Вице-премьер-Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.