Башҡортостанда “Таҙа һыу” проекты буйынса 4 миллиард 200 миллион һум тотонола

2024 йылғаса 19 район һәм ҡалала һыу үткәреү торбалары һәм таҙартыу ҡорамалдарын алмаштырыу ҡарала. Быйыл Өфө, Шишмә, Әлшәй райондары ауылдары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында реконструкция үткәрелә. “Таҙа һыу” проекты буйынса халыҡ сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителергә тейеш.