Өфөлә Стәрлетамаҡ ҡалаһында йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау үҙәге төҙөлөшөндә ҡатнашыусылар бүләкләнде

Your browser doesn't support HTML5 video.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яңы медицина учреждениеһын төҙөүгә тос өлөш индереүселәргә Республика Башлығы һәм Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары, маҡтаулы исемдәр биреү тураһында таныҡлыҡтар тапшырҙы.

Стәрлетамаҡ клиник-диагностикалау үҙәге былтыр йыл аҙағында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөлөп бөтөп тәүге пациенттарын ҡабул иткәйне. Медицина учреждениеһы бокстар һәм реанимация палаталарынан тыш, бала табыу һәм балалар бүлектәре, хирургия блогы, заманса бак-лаборатория, томография бүлеге, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәр өсөн 30 урынлыҡ дөйөм ятаҡты үҙ эсенә ала.

Азат Ғәлиуллин.