Бешмәгән, икмәктән яһалған, көйә менән кәтлит...

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ата- әсәләр балалары мәктәптә туҡланған аҙыҡ тураһында ошолай һөйләй. Уҡыусыларҙы туҡландырыу буйынса күп һорауҙар тыуа. Ярым фабрикаттарҙың ниндәй шарттарҙа әҙерләнгәнен күрһәтергә бөгөн Өфө районы мәктәптәре ата-әсәләре Михайловкалағы туҡландырыу комбинатына саҡырылды. Осрашыуҙан БСТ каналы хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева яҙмаһы.

Туҡландырыу комбинаты ата-әсәләрҙе үҙенең кәтлиттәрен бешереп көтһә, улар мәктәп ашханаһынан алып килгән. Кәтлит тауыҡ итенән түгел, икмәктән яһалған тип иҫбатлайҙар. Әммә тоҡсайҙа бер ниндәй маркировкаһыҙ ярымфабрикаттың ҡайҙа әҙерләнгәне билдәле түгел. Ә Өфө районы мәктәптәренең береһендә кәтлиттән көйә күбәләге таптыҡ тип дәғүә белдерәләр.

Ҡыҙымдың класташы төшкө аш ваҡытында кәтлиттән бөжәк соҡоп сығарған. Кәтлитте уға алмаштырып биргәндәр. Әммә балалар барыбер ашамаған. Дәлил өсөн фотоһы юҡ.

Зөлфиә Янышева, уҡыусы әсәһе

Бындай һорауҙарға асыҡлыҡ индереү өсөн  ата-әсәләр Өфө балалар туҡландырыу комбинатының производство  цехына саҡырылған. Уларға комбинат етештергән аҙыҡ тәҡдим ителде. Балыҡ кәтлите генә бер аҙ әскелтем тәмәйтә тип билдәләнде. Кәтлитең ите алһыу төҫтә булыуына зарланыу осраҡтары бар. Уны мәктәптә бешерәләр, тимәк проблеманы ла урында хәл итергә кәрәк.

Михайловкала урынлашҡан комбинат Өфө районындағы 69 объектты хеҙмәтләндерә. Балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙәге 12 меңгә яҡын бала. 

Производствола аҙыҡ әҙерләү сифаты башынан аҙағынаса күҙәтелә. Бының өсөн шарттар бар. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү идаралығы ла беҙҙе тикшереп тора. Ата-әсәләргә беҙ һәр ваҡыт асыҡбыҙ. Улар менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү өсөн саҡырҙыҡ.

Виталий Черевков, Башҡортостандың социаль туҡландырыу предприятиелары ассоциацияһы рәйесе

Ит 100 проценты менән Башҡортостан етештереүселәренеке, йәшелсә лә үҙебеҙҙеке, һуған һәм емеш-еләк кенә ситтән ти комбинат хужалары.

Тимәк, өҫтәлдәргә күгәргән кәтлиттәр эләгергә тейеш түгел. Сифат контролдә тотола икән, ниңә был тирәләй һорауҙар тыуа.. Ашаған белмәй, тураған беләме? Социаль туҡландырыу өлкәһендә эшләүселәр ата-әсәләр менән осрашыуҙарҙы киләсәктә лә ойошторасаҡ. Мәҫәлән, йәшелсәләрҙе һаҡлау урынын күрһәтергә иҫәп тоталар.

Рәмилә Исмәғилева.