Мәғариф министрлығы уҡыусыларға мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин булған һауа торошо буйынса аңлатма бирҙе

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ведомствонан белдереүҙәренсә, көслө һыуыҡтарға бәйле, дәрестәрҙе үткәрмәү тураһындағы ҡарарҙы һәр мәғариф учреждениеһы үҙаллы ҡабул итә. Федераль нормативтарға ярашлы, 1-4 синыф уҡыусыларына ауыл ерендә һауа температураһы - 23, ҡалала – 25 градус һыуыҡ булғанда мәктәпкә бармаҫҡа мөмкин. 5-9-сы синыфтарға ауылда – 25, ҡалала 27 градус һыуыҡ күрһәткәндә дәрес ҡалдырырға рөхсәт ителә.

Ауылда белем алыусы өлкән синыф уҡыусыларына – 30, ҡалалағы тиҫтерҙрәенә 32 градус һыуыҡта өйҙә ҡалырға мөмкин. Синоптиктар хәбәр хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала һауа температураһыынң 30-33 градусҡа тиклем түбәнәйеүе көтөлә.

Иртәнге 10-сы яртыға алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, Яңауыл һәм Ҡариҙел райондарында һауа торошо картаһы 32 градус һыуыҡ теркәгән. Республиканың көньяғында йылыраҡ – Аҡъяр метеостанцияһы 21 градус һыуыҡ күрһәтә. 

Гөлдәриә Йосопова.