Ул халыҡ-ара яулыҡ көнөнә арналды. Байрамда күрше райондар һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре ҡатнашты. Сағыу фестивалдә БСТ каналы ижади төркөмө лә булып ҡайтты.
Халыҡ йыры һәм бейеүҙәр яулыҡ байрамының биҙәгенә әйләнде. Көйөргәҙе районы үҙәгендә уҙғарылған фестиваль хәҙер инде күркәм йолаға әйләнеп бара. Таймаҫ ауылынан Әлфиә Дәүләтшина байрамда икенсе йыл ҡатанаша. Быйыл башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәренән торған күргәҙмә алып килгән.
Яулыҡ байрамында Башҡортостан райондары һәм Ырымбур өлкәһенән 20-ләгән оҫта ҡатнашты. Төрлө шәл, яулыҡ һәм ҡул эштәре күргәҙмәһендә сауҙа ла ҡыҙыу барҙы. Никах яулыҡтары бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Милли кейем дефилеһы үтте.
Күркәм байрам ҙур концерт менән тамамланды. Тамашасы алдында виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән Далан төркөмө сығыш яһаны. Башҡорт, рус, татар һәм сыуаш халыҡ йырҙары һәм бейеүҙәрен күрһәткән үҙешмәкәр коллективтар ҙа сәхнә биҙәгенә әйләнде.
Рафиҡ Әхмәтшин.