Кеше хоҡуҡтары буйынса советы Учалы районында һауа бысраныу проблемаһын контролгә алды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Мансур ауылы халҡы хәҙер инде бер нисә йыл «Саңғалыҡ диорит карьеры» эшмәкәрлегенә зарлана. Улар әйтеүенсә, каръер эшләгән ваҡытта ауыл өҫтөн тотошлайы туҙан ҡаплай.

Урында йәшәүселәрҙең ялыуына район хакимиәте, йәмәғәт ойошмалары , федераль күҙәтеү органдары иғтибар итә. Республиканың кеше хоҡуҡтары буйынса советы предприятиеға производствоны модернизациялауҙы талап итеп коллектив мөрәжәғәт ебәрергә иҫәп тота.

Район хакимиәте башлығы әйтеүенсә, урындағы халыҡ хаҡлы. Проблема власть органдары тарафынан көйләүҙе талап итә. Мәсьәләне хәл итеү инвестициялар йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота, әммә кеше ғүмерҙәре баһаланмай.