Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары законға үҙгәреш индереүҙе беренсе уҡыуҙа хупланы. Парламент рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, был алым урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Майҙаны буйынса критерийҙарға тап килмәгән бәләкәй кафе һәм магазиндар, автомобилде йыуыу һәм йүнәтеү салондары патент буйынса эшләү системаһына күсә ала. Улар биләй алған майҙан күләме өс тапҡырға – 50-нән 150 квадрат метрға тиклем арттырыла.