Был хаҡта Өфө аэропортынан хәбәр итәләр. Һауаға күтәрелгән самолет кире боролоп Пулково аэропортына төшкән, пассажирҙар резерв һауа судноһына күсереп ултыртылған. Петербург транспорт прокуратураһы был осраҡ буйынса тикшереү башлаған.