Ул билдәләүенсә, был үҙәкте республиканың һанлы йөрәге тип әйтергә була. Бында һәр тармаҡтарҙан, һаулыҡ һаҡлау йүнәлешенән алып “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына тиклем мәғлүмәт туплана һәм эшкәртелә. Мәҫәлән, видеокамералар күрһәткестәре ярҙамында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы аварияла ғәйеплене билдәләй. Барлығы үҙәктә 160 мәғлүмәти система бар. Улар аша көн һайын 1 терабайт самаһы мәғлүмәт эшкәртелә. Был ҙур ғына күләм. Киләсәктә уның ҡеүәтен арттырырға планлаштырабыҙ, тип яҙа Андрей Назаров социаль селтәрҙә.