45 мең вакансияға 96 мең эшһеҙ тура килә. Хеҙмәт баҙарында эшһеҙлекте кәметеүгә йүнәлтелгән республика программалары бар. Граждандарҙы бушлай уҡытыу, инвалидтар һәм профессиональ белем биреү йорттары сығарылыш уҡыусыларына стажировка һәм башҡа саралар ойошторола. 2020 йылда программалар ярҙамында 50 мең самаһы, 2021 йылда 6 меңдән ашыу кеше эшкә урынлаштырылған.