Республика башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Алексей Оверчук уҙғарған кәңәшмәлә ҡатнашты. Ултырышта ойоштороу комитеты һайланды, федераль министрлыҡтарҙан һәм Башҡортостандан тәҡдим ителгән саралар исемлеге ҡаралды. Программаға Өфөләге йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү, Ағиҙел ярын үҫтереү, яңы һәйкәлдәр ҡуйыу һәм халыҡ күп йыйылған урындарҙы йәмәғәт транспорты менән тәьмин итеү мәсьәләләре билдәләнгән. Өфөнөң 450 йыллығын уҙғарыу буйынса саралар планы ойоштороу комитетының 1-се ултырышында раҫлана.