Башҡортостанда фермерҙарҙы уҡыталар

Өфөлә Ауыл хужалығы эшмәкәрлеге буйынса 20-нән ашыу уҡыусы тупланды. Улар “Умартасылыҡ”, “Һыу ҡоштары” йүнәлештәре буйынса белем ала, тип хәбәр итәләр ауыл хужалығы министрлығынан. Ведомствонан белдереүҙәренсә, улар үҙләштергән белемдәрен ауыл хужалығы өлкәһе бизнесында ҡуллана ала. Шулай уҡ гранттарға дәғүә итеү, инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге бар.