Өфөнөң Африкала туғандашы барлыҡҡа килә

Рәсәйҙең Джибути ҡалаһындағы илсеһе Михаил Голованов белдереүенсә, Джибути хакимиәте Рәсәйҙең бер ҡалаһы менән туғандашлыҡ мөнәсәбәте урынлаштырыу башланғысы  менән  сыҡҡан. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Өфө һайланған. Өфөнөң әле 9 туғандашы бар. Анкара, Галле, Шэньян, Цицикар, Хэфэй, Наньчан, Нурсолтан, Бишкәк, Минск менән ошондай мөнәсәбәттәр урынлаштырылған.