Өфөләге 32-се поликлиникала һәм Салауат ҡала дауаханаһында Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре эшләй

Улар компьютер томографияһы, УЗИ аппараттары менән йыһазландырылған. "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Башҡортостанда ошондай 8 үҙәк асылды. Шулай уҡ яман шеште иртә асыҡлаған табиптарға премиялар биреү дауам итә. Уҙған йылда 4 мең 400 осраҡ буйынса 32 миллион һумдан ашыу аҡса түләнде, тип яҙа Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә.