Республикала бер йыл эсендә 17 меңгә яҡын водитель эскән килеш руль артына ултырған

Республика автоинспекцияһы уҙған йылда эш һөҙөмтәләрен иғлан итте. Шулай уҡ 205 кешенең наркотик ҡулланып руль артына ултырыуы асыҡланған. Уҙған йылда 3 мең 700-ҙән ашыу ҙур авария теркәлгән. Уларҙа 454 кеше һәләк булған, 4 мең 636 кеше йәрәхәттәр алған.