Башҡортостан Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Туймазылағы "Проптимакс" компанияһы интерактив таҡталар етештерә. Әле бизнесты үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр эҙләнә. Өфөләге "Умка" предприятиеһы балалар өсөн уйынсыҡтар, мебель, логопедтар өсөн ҡорамалдар эшләп сығара. Был компания ла "Алға" иҡтисади биләмәһенә ҡушылырға әҙер. "Алға" 2020 йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында булдырылды. Унда инвесторҙар өсөн төрлө ташламалар ҡаралған.